

Үҙәктәрҙе асыу тантанаһы онлайн режимда оператив кәңәшмә барышында үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров үҙәк хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләне. Үҙәктәр «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә яңыртылған (Башҡортостан 2024 йылғы проекттың икенсе тулҡынында ҡатнашыусы). Хәҙер улар эш эҙләүҙә генә ярҙам итмәй, ә яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереүҙә һәм хеҙмәт баҙарына яраҡлашыуҙа ярҙам итәсәк. Йәштәргә айырыуса иғтибар бүленәсәк - үҙәктәр улар өсөн һөнәрҙәрендә старт майҙансығы буласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.