

Ә.Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының өҫтәмә белем биреү педагогы Вәсил Баймырҙин; Өфө районы Шамонин ауылының "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин; Баҡалы районының Н.Асанбаев исемендәге "Уралым" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Ханнанов маҡтауҙарға һис шикһеҙ лайыҡ. Улар республикабыҙҙы фольклориадала лайыҡлы күрһәтте.
Бүләкләү аҙағында йыйылыусылар алдындаХханнановтарҙың ғаилә музыкаль ансамбле сығыш яһаны. Шулай уҡ фольклориадала ҡатнашыусы 15 йәшлек Азамат Ханнанов та үҙенең музыкаль бүләген тәҡдим итте - уның башҡарыуында оҙон көй яңғыраны.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.