

Уның һүҙҙәренсә, Өфө перинаталь үҙәгендә бер ҡатын 12-се балаһын тапҡан. Герой-әсә йәнә бер сабыйға ғүмер бүләк иткән.
Бала табыу уңышлы үткән, малай тыуған. Сабыйҙың да, әсәнең дә хәле яҡшы.
Ҡатындың өлкән балаһына 19 йәш, улай ғына ла түгел, бер ай элек кенә ул өләсәй булырға ла өлгөргән! Сабый тулыһынса тәбиғи юл менән донъяға килгән.
Күп балалы булыу — оло бәхет, тип иҫәпләй әсә кеше. Табип иһә ҡатынды фиҙакәрлеге өсөн маҡтап, уны үҙәккә тағы ла килергә саҡырҙы.