

Башҡорт дәүләт медицина университеты форумдың төп майҙанын тәшкил итте. Саралар Халыҡ-ара студенттар кампусында үтте.
БДМУ ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, форум профессиональ диалог өсөн таридицион майҙанға әүерелде.
— Беҙ медицина фәне һәм медицина өлкәһендәге алдынғы белгестәрҙе беҙҙең кампус майҙанына йыябыҙ. Был сараның үҙенсәлеге шунда: бында бер аҙна эсендә практик табиптар, тикшеренеүселәр һәм ғалимдар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн осраша ала, – тине ул.
Форум барышында ординаторҙар аттестация үтте һәм үҙҙәренең тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен күрһәтте. Эштәрҙең күп өлөшө һанлы технологияларға, инновацион дауалау ысулдарына, микробиоманы, иммун күҙәнәктәрҙе һәм генетик маркерҙарҙы өйрәнеүгә арналды.
Фото:БР Һауылыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.