Диверсантты тотҡандар!

1976 йылғы ир кәрәҙле элемтә объектын яндырған. Уның законһыҙ ғәмәлдәрен Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре асыҡланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Диверсантты тотҡандар!Диверсантты тотҡандар!
Диверсантты тотҡандар!

Асыҡланыуынса, енәйәтсе мессенджер аша билдәһеҙ кешенән объектты яндырыуға задание ала. Уны башҡарыу өсөн ул кәрәкле инструменттар һәм янар матдәләр һатып ала, улар ярҙамында элемтә ҡорамалдарын яндыра. Ярай ҙа элемтә объектына ҙур зыян килтерелмәгән.

ФСБ-ның тәфтиш бүлеге иргә ҡарата «диверсия» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан. Ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Уны һаҡ аҫтына ултыртҡандар.

Фото: УФСБ по РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова