+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь , 06:00
Ҡояшта янһаң нимә эшләргә?
Ҡояшта яныуҙан дауаланыуҙың халыҡ медицинаһы түбәндәге ысулдарын тәҡдим итә.
Ҡояшта янһаң нимә эшләргә?
Тирене һыуытыу һәм ауыртыуҙы баҫыу өсөн эремсектән компресс эшләргә мөмкин. Бының өсөн эремсекте май бешкәндән һуң ҡалған айранға ҡушып бутарға һәм шуны етен таҫтамалға һалып, янған урынға ябырға ла, 20 – 30 минут тоторға. Был процедураны көнөнә ике тапҡыр эшләргә мөмкин. Эремсекте ҡаймаҡ, кефир, һөт, әсегән һөт менән дә алмаштырырға була.
Янған урынға ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе һәм картуфты марляға һалып ябырға.
Тоҙланмаған аҡ майға сей йомортҡа ҡушып бутап та компресс эшләйҙәр (100 г майға ике йомортҡа алына).
Янған урынға һалҡын ҡыяр, помидор, ҡарбуз, картуф, ҡыҙыл көртмәле һуты, һыуынған ҡаты сәй һөртөргә лә ярай.
Тиренең ҙур ғына өлөшө янып, ҡабарып сығып торһа, аспирин ярҙамға килер. Ул ауыртыуҙы ла, ялҡынһыныуҙы ла баҫа. Дарыуҙы дүрт сәғәт һайын ике төймә эсергә.
Ҡояшҡа ныҡ янғанда Е һәм С витаминдары ла ярҙамға килә. Улар тире күҙәнәктәренең зыян күргән өлөшөнең тергеҙелеүенә булышлыҡ итә.
Ҡояшҡа яныу организмда һыуға ҡытлыҡ тыуҙыра, шунлыҡтан күберәк эсергә кәрәк. Иң яҡшыһы – сәй, йә булмаһа төрлө һутҡа минераль һыу ҡушып эсеү.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"