

* Бер ҡасан да ҡояш аҫтында ятып йоҡламағыҙ. Ул ғына ла түгел, былай ятыу ғына ла зыянлы: ҡан әйләнеше тотҡарлана һәм ҡояшҡа яныу хәүефе арта. Хәрәкәт иткән килеш ҡыҙыныу яҡшыраҡ: физик эш йәиһә спорт менән шөғөлләнергә мөмкин.
* Шулай уҡ баш кейеме һәм ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр тураһында ла оноторға ярамай. Әйткәндәй, кизе-мамыҡ туҡыма тәнде 94 процентҡа эҫе нурҙан һаҡлай. Тиреһендә һипкеле булған аҡ тәнле кешеләр ҙә хәүеф төркөмөнә ҡарай.
* Ғөмүмән, ҡояш ванналарын иртәнге сәғәт 11-гә тиклем һәм төш ауғас, сәғәт 4-тән һуң ғына ҡабул итергә ярай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.