

Борай районынан гвардия сержанты Рим И. 2024 йылдың мартынан махсус хәрби операцияла йөрөй. Сержант -гаубица артиллерия батареяһы орудиеһы командиры.
Быйыл мартта яугирға ДНР-ҙағы урман биләмәһендә йәшеренгән дошман пехотаһын юҡ итеү бурысы ҡуйыла . Римдең командованиеһы аҫтында расчет ваҡытында ҡоралды әҙерләй. Әммә хәрби бурысты үтәгәндә улар артиллерия һөжүменә дусар була.Рим И. үҙенең шәхси составын ҡоралы менән ваҡытында йәшереп өлгөрә. Атака туҡталыу менән бирелгән координаттар буйынса дошмандың йәшеренгән урындарына Д-30 гаубицаһынан ут асалар. Расчеттың аныҡ һәм тәүәккәл эш итеүе арҡаһында ҡуйылған бурыс уңышлы үтәлә.
Лидерлыҡ сифаттары һәм ҡыйыулығы өсөн гвардия сержанты Рим И. «2 дәрәжә фиҙакәрлек өсөн» өсөн миҙалы менән бүләкләнә.
Фото: public.tvzvezda.ru