Автозаправкалау станцияларына 1,5 тапҡырға күберәк бензин килтерелә башлаған

Башҡортостандың нефть етештереүсе заводтары автозаправкалау станцияларына бензин килтереүҙе 1,5 тапҡырға арттырған. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Автозаправкалау станцияларына  1,5 тапҡырға күберәк бензин килтерелә башлағанАвтозаправкалау станцияларына  1,5 тапҡырға күберәк бензин килтерелә башлаған
Автозаправкалау станцияларына 1,5 тапҡырға күберәк бензин килтерелә башлаған

 Вице-премьер әйтеүенсә, заправкалау станцияларына бензинды оператив рәүештә алып барыу өсөн, компания  шәхси бензовоздарҙы ҡуртымға ала, әммә ул да етмәй, сөнки  ажиотаж арҡаһында тиҙ үк һатып алып бөтәләр.

“Кешеләр  канистрҙар менән бензин алыуҙан туҡтағас, хәл тиҙ арала яйға һалыныр. Шунлыҡтан  ғәҙәти режимда машиналарға бензин һалабыҙ, кәрәк саҡта ғына автозаправкалау станцияларына йөрөйбеҙ,шул саҡта республикала  барыһы ла тотороҡло булыр”, – тине Александр Шельдяев.

Был хәлде көндәлек режимда оператив штаб  күҙәтә, ул  дефицит булған урындарға лимитты тарата.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина