Яуап бирәсәктәр

Башҡортостанда "Урман" операцияһы үтте.

Яуап бирәсәктәрЯуап бирәсәктәр
Яуап бирәсәктәр
1 июндән 21-енә тиклем республиканың урман фонды биләмәһендә "Экологик именлек" милли проектына ярашлы, махсус операция ойошторолдо. Бында инспекторҙар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу, файҙалы ҡағылмалар сығарыу кеүек эштәрҙе асыҡланы.
БР Урман хужалығы министрлығының 350-нән ашыу урман инспекторы, МВД-ның урындағы бүлексәләренең 160 хеҙмәткәре, Гостехнадзор, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары 156 рейд яһаны, тип хәбәр итәләр.
Һөҙөмтәлә урман фондына өс миллион һумға яҡын зыян килтереү осраҡтары асыҡланған.
Ғәйеплеләр яуап бирер, моғайын.
 
Фото: Минлесхоз РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас