Июль һәм август айҙарына көтөлмәгән фараз

Синоптиктар был айҙарға яңыртылған фараздарын хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Июль һәм август айҙарына көтөлмәгән фаразИюль һәм август айҙарына көтөлмәгән фараз
Июль һәм август айҙарына көтөлмәгән фараз

Июлдең беренсе ун көнлөгөндә көн торошо һалҡынса буласаҡ. «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ бары тик +17, +20 градус ҡына көтөлә, ә төндә иһә +5 градус ҡына йылы буласаҡ. Әммә 15 июлдән һуң хәл ҡырҡа үҙгәрәсәк. Һауа температураһы +24, +27 градусҡа тиклем күтәреләсәк, ә ай аҙағына +30 градус һәм унан да юғарыраҡ буласаҡ. Фараздар буйынса, был йылылыҡ тулҡыны тотороҡло буласаҡ. Эҫе көн торошо яҡынса 30 июлгә тиклем һаҡланасаҡ.

Ә бына август айы, синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, икенсе төрлө сюрприз әҙерләй. Әллә ни эҫе булмай — температура климат нормаһына ярашлы, +15, +19 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта йәйҙең һуңғы айының аномаль ямғырлы булыуы көтөлә. Яуым-төшөм күп буласаҡ, айырыуса көньяҡ райондарҙа, ә төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа иһә ғәҙәттәгенән артыҡ яумаясаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова