

Атеросклероз. Ололарҙа төйөрсәләр ҡан тамырҙарын ҡаплай, һөҙөмтәлә мейегә кислород барып етмәй. Ошонан йоҡо килеү, хәлһеҙлек, баш әйләнеү күҙәтелә лә инде. Ваҡытында дауаламағанда инсультҡа, инфарктҡа килтереүе ихтимал.
Шәкәр диабеты. Унан диабет энцефалопатия башлана, йәғни мейе туҡымаһы зарарлана. Кешене йоҡоһо ғына килмәй. Ә тормошҡа, йәшәүгә ҡыҙыҡһыныуы юғала, хәтере насарая.
Апноэ. Йоҡлағанда тын алыу туҡтала, мейе тонсоға. Һөҙөмтәлә төнө буйы йоҡлайһың кеүек, әммә ял итмәй килеп тораһың.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.