Тормош һыуҙары тоҙло шул

Тормош һыуҙары тоҙло шул Эскән һайын эселә. Ҡайсағында юҡ-бар һүҙҙән Күңелкәйҙәр киҫелә...

Тормош һыуҙары тоҙло шулТормош һыуҙары тоҙло шул
Тормош һыуҙары тоҙло шул

Киҫелеп кенә лә ҡалмай
Селпәрәмә ватыла.
Ватылғанды төҙәтмәҫкә
Сәбәптәре табыла.

 

Төҙәткәндә йөйө ҡала
Ямау һалһаң - ямаулы.
Кешенең бит ғүмерҙәрҙе
Түгел мәңге - һанаулы.

 

Уйламайса һүҙ әйтмәгеҙ
Күңелдәр киҫелмәһен.
Киҫелгән күңелдәр менән
Ғүмерҙәр үтелмәһен.

 

Люция Мәснәви.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас