«Гөлназ Асаева һеҙҙең барығыҙҙы ла алданы...»

 «Бер ниндәй ҙә ярҙам булманы һәм  юҡ» : йырсы ғәйебе менән аварияла зыян күргән бейеүсе ҡыҙ ошо хаҡта хәбәр иткән.

«Гөлназ Асаева һеҙҙең барығыҙҙы ла алданы...»«Гөлназ Асаева һеҙҙең барығыҙҙы ла алданы...»
«Гөлназ Асаева һеҙҙең барығыҙҙы ла алданы...»

Был хаҡта ул "Честный репортаж"ға аңлатма биргән.

 Юл-транспорт ваҡиғаһы 28 февралдә  булғайны.

Ул саҡта Гөлназ Асаева ғәйебе менән трассала авария теркәлде. Кешеләр зыян күрҙе. Артистар үҙҙәре лә, башҡа машинала килгән өлкән йәштәге пар ҙа.

Әгәр ҙә пенсионерҙарға ниндәй булһа ла ярҙам күрһәтелһә,  Асаева үҙенең төркөмөндә булған бейеүсе ҡыҙ  тураһында бөтөнләй онотҡан.

«Оса һөйәктәре һәм күкрәк ситлеге имгәнгәнеп, дауаханаларҙа 3 айға яҡын яттым, башта Бәләбәйҙә, унан һуң Ҡазандағы Республика дауаханаһында, хәрби госпиталдә.

Дауахананан 13 майҙа ғына сыҡтым. Ике ай йөрөй һәм ултыра алманым. Шул ваҡытта Асаева  бер ниндәй ҙә ярҙам тәҡдим итмәне, хатта, хәлең нисек, тип тә һораманы. Ул эшләгән берҙән-бер ғәмәл -  төркөмдән сығарып ташланы. Мин бер нисә тапҡыр аҡса мәсьәләһен тыныс ҡына хәл итергә тырышып ҡараным, ләкин Гөлназ баш тартты һәм судҡа мөрәжәғәт итеүҙе һораны. Сөнки уның минең өсөн аҡсаһы юҡ. Дауахананан сыҡҡандан һуң, беҙ Бәләбәйгә барҙыҡ һәм зыян күреүселәр исемлегендә минең юҡлығым асыҡланды, мин шаһит булып ҡына һаналам», - тип белдергән зыян күреүсе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул башта был хаҡта һөйләргә теләмәгән.

Ләкин хәҙер ахырғаса барырға ҡарар иткән. Хәҙер элекке кеүек бейей алмаясағын да әйтә: "Физик планда йөҙ процентҡа һауыҡмаясаҡмын", – тип һығымта яһай ул.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас