Ҡыуаныс менән – каникулға

Мәктәптәрҙә еңел булмаған имтихандар тамамланды. Ошо көндәрҙә уҡыусылар һөҙөмтәләрен барлап, артабан кем мәктәпте тамамлаған – һайлаған һөнәри уҡыу йортона документ тапшырырға, кем 9-сыны бөтөргән берәүҙәре – 10-сыға барырға, ҡайһыларылыр колледж-техникумдарға инергә йыйына. Аллаға шөкөр, йәш милләттәштәребеҙ араһында БДИ-ларын 100 йә бик юғары балға тапшырыусылар ҙа (интернет селтәрендә уңыштары менән уртаҡлашыусылар күренә), дөйөм дәүләт имтихандарын тик “5”кә биреүселәр ҙә етерлек.

Ҡыуаныс менән – каникулғаҠыуаныс менән – каникулға
Ҡыуаныс менән – каникулға

Шундайҙарҙың береһе – Өфөләге Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында 9-сы класты тамамлаусы Алтынай Аҡманова.

Ул дүрт имтиханын да “5”кә тапшырған: информатика, рус теле, инглиз теле, математиканан һөҙөмтәләр бик яҡшы!

26 июндә аттестат алырға әҙерләнә, уҡыуын мәктәбендә дауам итәсәк.

Алтынай башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ла тик уңыштарға өлгәшә. Уның тураһында йыл башында гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Бикбаева социаль селтәрҙә былай тип яҙғайны: “2026 йылды бик уңышлы башлап ебәрҙек: башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Төбәк-ара олимпиадала уҡыусым Аҡманова Алтынай призёр булды. Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 400-ләгән бала ҡатнашҡан был сарала ҡатнашыу һәм призер исемлегенә инеү - осраҡлы түгел. Алтынай – башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яҡшы белгән, тәрән фекерле, уҡымышлы ҡыҙ. Бөтә предметтарҙан тик 5-кә өлгәшә. Яулайһы үрҙәре күп булһын аҡыллы уҡыусымдың!”

Әйткәндәй, Алтынай былтыр Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Федераль олимпиадала еңеүсе булған.

Тырыш ҡыҙ хәҙер ҡыуаныс менән йәйге каникулға китә. Уның яңы уҡыу йылында ла һынатмаҫына ышанабыҙ!

Алтынай кеүек рухлы, егәрле, зирәк һәм телһөйәр йәш замандаштарыбыҙ күберәк булһын!

Фото: ғаилә архивынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас