Спрей һиптереп, баланы үлтерә яҙғандар

Учалы пляжында серәкәйгә ҡаршы спрей һипкәндән һуң, бала тын ала  алмай башлаған. Уны ял итеүсе ҡотҡара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Спрей һиптереп, баланы үлтерә яҙғандарСпрей һиптереп, баланы үлтерә яҙғандар
Спрей һиптереп, баланы үлтерә яҙғандар

Йәш ярымлыҡ малайға спрейҙы әсәһе һиптерә. Малай тын алмай  башлағас, тирә-яҡта ял итеүселәр йыйыла. Ярҙамға ял итеүселәрҙең береһе — Олеся килә. Ҡыҙ баланың арҡаһына һуға, яһалма һулыш эшләй һәм ул лайла киҫәген төкөрә. Пляжға «Ашығыс ярҙам» килгәнгә тиклем баланың хәле һәйбәтләнә, ул уйнай башлай.

Олеся һөйләүенсә, бер тапҡыр ул  үҙенең балаһын юғалта яҙа. Уның тамағына аҙыҡ торған була. Ошо хәлдән һуң әсә беренсе ярҙам күрһәтеүҙе өйрәнә башлай.

Автор:Гөлнара Солтанова