Гаишниктарҙан ҡасырға маташҡанда һәләк булғандар

Үҫмер һәм  «BMW» руле артында ултырған 21 йәшлек егет һәләк булған.  Ҡот осҡос авария Учалы - Мейәс автомобиль юлында булған.

Гаишниктарҙан  ҡасырға маташҡанда  һәләк булғандарГаишниктарҙан  ҡасырға маташҡанда  һәләк булғандар
Гаишниктарҙан ҡасырға маташҡанда һәләк булғандар

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, BMW автомобиле водителе, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға тырышып,  автомобиле менән идара итеүҙе юғалта, ул юлдан сығып оса һәм әйләнә.  Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 15 йәшлек үҫмер һәм 21 йәшлек егет ҡаты йәрәхәттәр алып урында йән бирә. Тағы өс зыян күреүсе ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас