"Диспансерлаштырыу төнө" була

Халыҡтың һаулығын хәстәрләү маҡсатында күп сара ойошторола. Шундайҙарҙың береһе - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се клиник дауаханаһында буласаҡ "Диспансерлаштырыу төнө".

Добавить в предпочтительные источники Google
"Диспансерлаштырыу төнө" була"Диспансерлаштырыу төнө" була
"Диспансерлаштырыу төнө" була
«Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән был сара ҡалала инде икенсе тапҡыр ойошторола.
26 июндә дауахананың 6-се корпусында (Ленин урамы, 30г) киске сәғәт 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем (20.00 - 24.00) сәләмәтлегегеҙҙе тикшертергә рәхим итегеҙ, ти белгестәр.
Ҡан анализын биреү өсөн өс сәғәт самаһы ашамаҫҡа кәрәклеген беләһегеҙҙер. Терапевт, йәшегеҙгә күрә, кәңәштәрен бирәсәк.
Фото: Администрация ГО г. Стерлитамак РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова