Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хызыр үле килеш табылды!

Батып барған дуҫын ҡотҡарған 8 йәшлек Хызырҙы эҙләү өсөн бөтә Кавказ халҡы берләште, тип хәбәр иткән инек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хызыр үле килеш табылды!Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хызыр үле килеш табылды!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хызыр үле килеш табылды!

Билдәле булыуынса, 8 йәшлек Хызыр 15 июндә көндөҙгө сәғәт 1-ҙәр тирәһендә Ингушетияның Карабулак ҡалаһында юғалған. Ошонан бирле уның ҡайҙа булыуы тураһында бер ниҙә билдәле булмай. Ләкин малайҙы эҙләргә сыҡҡан ирекмәндәр эштәрен бер минутҡа ла туҡтатмай.
Ҡыҙғанысҡа күрә баланы бөгөн, 8 көн үткәс үле килеш табалар. Уны ағын йылға дуҫын ҡотҡарған ерҙән 10 саҡрым алыҫлыҡҡа ағыҙып алып киткән. Бөгөн Хызырҙы меңдәрсә кеше һуңғы юлға оҙатты.
Үҙе бәләкәй булһа ла оло йөрәкле малайҙың йәне йәннәттә булһын. Аллаһым яҡындарына сабырлыҡ бирһен!

 

Автор:Гөлнара Солтанова