Һигеҙенсегә атай-әсәй

Баймаҡта ирле-ҡатынлы Иштуған Рафаил улы һәм Елена Сергеевна Мөхәмәтйәновтар һигеҙенсе тапҡыр ата-әсә булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һигеҙенсегә атай-әсәйҺигеҙенсегә атай-әсәй
Һигеҙенсегә атай-әсәй

 Уларҙың Рианна исемле ҡыҙҙары тыуған. Бәләкәс 9 июндә Өфөлә донъяға килгән.

Кисә  Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле ғаиләне ҡотлап балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы.

Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе — ҙур һәм татыу ғаиләнең сағыу өлгөһө. Ә һигеҙенсе баланың донъяға килеүе Башҡортостанда иғлан ителгән «Оло һәм татыу ғаилә» йылында айырыуса символик мәғәнәгә эйә.

Автор:Гөлнара Солтанова