

«Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәни инфраструктура» төбәк проектына ярашлы үткәрелгән был сараларҙың иң уңышлыһы, моғайын, татлы гөлләмәләр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе булғандыр.
Ғаилә хеҙмәтенең тәжрибәле белгестәре заманса флористика тураһында аңлатып, бик матур һәм тәмле букеттар эшләргә өйрәтте, тип хәбәр итәләр райондан. Балалар бар нәмәне диҡҡәт менән тыңлап, өлкәндәр өйрәтеүе буйынса уникаль композициялар эшләгән. Үәт, афариндар!
Фото: Илеш районы хакимиәтенән, Контента | Инфоповод