+22 °С
Ямғыр


Республикабыҙҙа Көньяҡ Урал өҫтөндә циклондың тотҡарланыуы сәбәпле, көслө ямғыр яуыуы көтөлә. 23 июндән 28 июнгә тиклем Башҡортостандың бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе, гидротехник ҡоролмаларға һыу ағымының артыуы күҙаллана.
Бер аҙ урындарҙа һыуҙың ярҙан сығыуы һәм уйһыу ерҙәрҙе лә һыу баҫыуы ла ихтимал.