Ял көндәре тыныс үтмәне

Ҡаты тауышҡа  урындағы бөтә халыҡ урамға йүгереп сыға. Был ваҡытҡа урамда мәйет ятҡан була...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял көндәре тыныс үтмәнеЯл көндәре тыныс үтмәне
Ял көндәре тыныс үтмәне

Мәсетле районында «Урал» мотоциклы водителе бағанаға бәрелеп, ваҡиға урынында һәләк булған. Пассажир дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбе асыҡлана.

БР Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, авария 20 июндә киске сәғәт 10-дар тирәһендә Оло Аҡа ауылының Совет урамында булған. 40 йәшлек «Урал» водителе идаралыҡты юғалтып, электр бағанаһына бәрелгән һәм түңкәрелгән.

Автор:Гөлнара Солтанова