

Уйымда - балам яҙмышы,
Түгел уйын-хикмәттәр.
Эш-хәстәрҙең олорағы,
Башҡасараҡ ҡиммәттәр...
Аптыратмай мажаралар,
Һоҡланмайым матурға.
Баш эйәм мин әсәйҙәргә,
Яуға киткән батырға.
Кеше хәлен - кеше белмәй,
Сер сисмәйем моңһоҙға.
Уйҙарым да уйылырлыҡ,
Көнләшмәйем уйһыҙға.
Ил яҙмышы ҡушҡан юлдан
Атлай беҙҙең уландар,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Имен, хаҡ барыр юлдар.
Гүйә үҙем утлы яуҙа,
Көрәштә, еңел түгел.
Йөрәк кенә арымаһын
Һәм бирешмәһен күңел.
Меңдәр араһында мин дә
Яугир улдың әсәһе.
Бәғерҙәрҙе өтөп ала
Ил ҡойған йәш әсеһе...
Миңнира Бикәнәсова-Үтәгәнова