

Видеояҙмала йөк автомобиленең тимер юл үткәүеле аша сыҡҡан ваҡытта рельстарҙа ҡапыл туҡтап ҡалыуы күренә. Нәҡ ошо мәлдә шлагбаумдар түбәнгә төшә. Шул саҡта водитель машинаһынан йүгереп сыға һәм, моғайын, машинисты булған хәл тураһында иҫкәртергә тырышып, ҡулдарын болғай башлай. Тимер юл үткәүелендәге авариянан ҡотолоп булмай — бер вагоны булған поезд тормозға баҫып өлгөрә, ләкин барыбер йөк машинаһына барып бәрелә. Видеонан күренеүенсә, фура водителе зыян күрмәгән. Сәбәптәр асыҡлана.
Транспорт прокуратураһы тимер юл транспортының хәрәкәт хәүефһеҙлеге һәм уны файҙаланыу тураһындағы ҡанун талаптарының үтәлеүен тикшерә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле саралар күреләсәк.