

Туймазыла мунсала сыҡҡан янғын оло йәштәге ирҙең ғүмерен өҙгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығынан. Бөгөн иртән иртүк Туймазы ҡалаһының Монолит урамында бүрәнә мунсаға ут тоҡанған. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар янғынды һүндергән.
«Ҡызғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән ваҡытта йорт менән мунса араһындағы төкәтмәлә һәләк булған 78 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Янғындың сәбәбе асыҡлана», — тип өҫтәнеләр ведомствоның Баш идаралығынан.