Матур фото үлем менән тамамланған

24 йәшлек студент ҡыҙ эффектлы фото эшләйем тип һәләк булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матур фото үлем менән тамамланғанМатур фото үлем менән тамамланған
Матур фото үлем менән тамамланған

Кадр өсөн үлем: 24 йәшлек студент ҡыҙ Иркутск эргәһендә 100 метрлыҡ ҡаянан осоп төшкән.

Ҡот осҡос фажиғә Холмушино ауылы эргәһендәге «Аҡ ҡаяларҙа» («Белые скалы») була.  24 майҙа йәш ҡыҙ таныштары менән фотосессияға бара, ләкин матур контент артынан ҡыуыу үлем менән тамамланған. Ҡая ситенә баҫҡан ваҡытта ҡыҙҙың аяҡ аҫтындағы ер емерелгән һәм һәләк булыусы ғәйәт ҙур бейеклектән түбәнгә осоп төшкән. Шул тирәлә йәшәүселәр әйтеүенсә, Иркутск өлкәһендәге был урын йомшаҡ ер ҡатламы арҡаһында һәр ваҡыт хәүефле һаналған, ләкин лайктар өсөн туристар был хәүефкә күҙ йома.

Ҡыҙ йығылып төшкәс тә иҫән була, ләкин алған йәрәхәттәре бик ауыр булып сыға — уның ғүмере «Ашығыс ярҙам» машинаһында өҙөлә. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр компанияның ни өсөн бындай хәүефле емерелеп барған ҡая ситенә барыуын асыҡлай.

Матур фото үлем менән тамамланған
Матур фото үлем менән тамамланған
Матур фото үлем менән тамамланған
Автор:Гөлнара Солтанова