

Псков өлкәһендәге һаҙлыҡта эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән райондарында ойошторолған элемтә батальоны документтары ятҡан сейфты тапҡан. Унда яҙыуын асыҡ уҡып булған 1000 биттән торған документ , шулай уҡ байраҡ ятҡан.
–Тарихтың яңы биттәрен асыу өсөн тарихсыларҙы һәм эксперттарҙы йәлеп итеүегеҙҙе һорайым, - тине Радий Хәбиров.
Бөтә материалдарҙы тейешенсә һаҡлау өсөн архивҡа тапшырасаҡтар.