

"Федоровка халҡы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында йәнә ауыл клубына йыйылды. Ауыл уңғандары дәррәү эшкә тотоноп, 95 банка быҡтырылыған ит әҙерләне. Был изге эште башҡарыу өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Владимир Сидельников ит менән тәьмин итеп, ҙур ярҙам күрһәтте. Афарин, федоровкалар! Бергәләп беҙ көслөбөҙ һәм бар ауырлыҡтарҙы еңәсәкбеҙ!", — тип хәбәр итәләр "Хәйбулла хәбәрҙәре" сайтында.