64 мең кеше ял иткән

Башҡортостанда 64 меңдән ашыу өлкән йәштәге кеше «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Турзим» проекты буйынса ял иткән.

64 мең кеше ял иткән64 мең кеше ял иткән
64 мең кеше ял иткән

 Был хаҡта  БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова хәбәр итте.  Пенсионерҙар республиканың иҫтәлекле урындарына бушлай йөрөй.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдан пенсионерҙарҙың льготалы шарттарҙа Белоруссияла, ә 2024 йылдан – Үзбәкстанда булыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ Тажикстанды «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһына индереү ҡарала. Был республика пенсионерҙарына Душанбеға барырға мөмкинлек бирәсәк.

"Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" ете йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: һаулыҡ, уҡытыу, туризм, физкультура, мәҙәниәт һәм ижад, ирекмәнлек һәм остазлыҡ, шулай уҡ өлкән быуын граждандарының мәшғүллеге һәм килемен арттырыу, тип асыҡлыҡ индерҙе министр. Проектта ҡатнашыусылар һаны буйынса Ҡалтасы, Мишкә, Бөрйән, Архангельск лидерҙар булды.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас