Ҡытайға - башҡорт борсағы

Башҡортостандан Ҡытайға 1,2 мең тоннаға яҡын борсаҡ һатылған. Республиканың ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, борсаҡты Шишмә районынан тейәп оҙатҡандар.

Ҡытайға - башҡорт борсағыҠытайға - башҡорт борсағы
Ҡытайға - башҡорт борсағы

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы, беҙҙең етештереүселәр сит илдәргә продукция һата.
Ҡытайға ебәрелгән борсаҡ фитосанитар контроль үткән, тейешле лаборатор тикшереү етешһеҙлек күрһәтмәгән - барыһы ла тәртиптә һәм сифатлы.
Быйыл республика баҫыуҙарында сәселгән борсаҡ майҙаны 33 мең гектар тәшкил итә. Әбйәлил, Благовар, Бүздәк, Шишмә райондарында күп сәселгән.

Фото: БР Ауыл хужалығы минимстрлығҡынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас