М-мм, тәмле туңдырма!

Туңдырманы үҙегеҙ ҙә яһай алаһығыҙ. Уңған хужабикәләргә бер рецепт.

М-мм, тәмле туңдырма!М-мм, тәмле туңдырма!
М-мм, тәмле туңдырма!

Һөт өҫтө (сливки) – 400 г, 33 процент ҡуйылыҡта булһа, яҡшы.
Ҡуйыртылған һөт – 200 г
Ваниль шәкәре – бер балғалаҡ
Вафля коржы – теләк буйынса
Тәрән һауытҡа алдан ныҡ ҡына болғатып һөт өҫтөн (мотлаҡ һыуыҡ булһын) ҡойорға. Уға ваниль шәкәре өҫтәп, миксерҙа туғырға. Тәүҙә әкренерәк, һуңынан шәп итеп. 5 – 8 минут етә. Ҡуйы ғына масса килеп сығырға тейеш. Болғағыстан ағып тормаһын. Артабан әкренләп кенә ҡуйыртылған һөт ҡойорға. Тағы болғарға. Шунан әгәр теләһәгеҙ, берәй емеш йәки сәтләүек һәм шоколад онтағы ҡуша алаһығыҙ.
Йәнегеҙ теләгән форманы алып, төбөнә корж һалырға һәм өҫтөнә баяғы массаны ҡойорға. Тигеҙләп, тағы бер корж менән ҡаплап, саҡ ҡына баҫып, пленка ябырға һәм туңдырғысҡа 5 – 7 сәғәткә ҡуйып торорға.
Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас