

Рәсәйҙең төрлө ҡалаһында кешеләрҙе алдап, аҡсаһын алып, криптообменник аша мутлашыусыларға күсереп, эш хаҡы алып йөрөмәксе булған был 41 йәшлек ир.
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы буйынса МВД идаралығының 6-сы полиция бүлексәһенә 72 йәшлек оло ханым мөрәжәғәт иткән. Ул, алдаҡсыларға ышанып, аҡсаһынан яҙған икән. Өлкән йәштә булһа ла эшләп йөрөгән әбей. Эш чатында ла торған. Шунан уға бер кодты ебәрергә кәрәклеге тураһында хәбәр килгән. Артабан билдәле схема - ҡатынға төрлө кеше төрлө хеҙмәттән ашығыс шылтырата башлаған. Ул Госуслуги ҡалмаған, ул Роспотребнадзор, ул Прокуратура, ул Федераль казначейство! Шуларҙың баҫымы менән оло кеше банк иҫәбенән тәүҙә 600 мең һум аҡсаһын, һуңынан 1,3 миллион һумын алып, ҡулаҡсалата курьерға тотторған. Ярай әле, ваҡытында "уянып", хоҡуҡ һаҡсыларына әйтә һалған. Юҡһа, фатирынан да яҙыуы бар ине.
Оперативниктарҙың аҡыллы эш итеүенә күрә, курьер тотолған. Ул Силәбенән булып сыҡҡан. Әле һаҡ аҫтында. Тикшереү бара.
Зинһар, һаҡ булығыҙсәле! Теләһә кемгә ышанмағыҙ! Аҡса бирмәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтан.