Июль ниндәй буласаҡ?

Июнь ямғырлы-йәшенле көндәре менән аҙағына елеп етеп бара. Йәйҙең иң эҫе айына ла күп ҡалманы. Июлде әйтәм, эҫе булырмы икән? Синоптиктарҙың фаразына күҙ һалайыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Июль ниндәй буласаҡ?Июль ниндәй буласаҡ?
Июль ниндәй буласаҡ?

Аптыратҡыс фараз: июль һалҡынса көндәр менән башлана. Их, ә бит ҡоро ғына +30 градус көтә инек)))

Синоптиктар әйтеүенсә, Башҡортостанда 1 июлдә +10 ғына градус була, имеш. Дөйөм алғанда, был айҙа термометр бағанаһы +24 градустан юғары күтәрелгән көндәр бик әҙ булмаҡсы. Һәр хәлдә белгестәр шулай күрә.

Айҙың тәүге яртыһында хатта ҡайһы бер төнөн +5 кенә градус була, тип тә фаразлана.

15 июлдән һуң йылыта төшә. 20-һенән һуң +30 градус булып, бер нисә көн ҡыуандырыр.

Июль аҙағында тағы ла ямғырҙар көтөлә. Был айҙың һуңғы көнө +23 градус, төнө +16 градус буласаҡ, тип фаразлайҙар.

Юҡ, оҡшаманы миңә был фараздар((( Июль көндәре бик матур буласаҡ! 

Фото: автор фотоһы.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова