

Мәҫәлән, Краснокама районында Мәшғүллек үҙәге, "Кадрҙар" милли проектына ярашлы, балаларға ваҡытлыса эш тә тәҡдим итә.
Былтыр район ҡаҙнаһынан үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға 277 500 һум аҡса бүленгән, республиканан 43 200 һум өҫтәлгән. Һөҙөмтәлә 121 бала каникулында эшләгән.
Быйыл финанслау күләмен арттырғандар: район 300 мең һум самаһы бүлһә, республика бюджетынан 72 200 һум аҡса йүнәлтелә. Әле районда 74 үҫмер эшкә урынлаштырылған. Ишле йә мохтаж ғаиләләрҙән, МХО яугиры ғаиләһенән булған балаларға иғтибар бирелә. Йәш эшселәр йыйыштырыныу, төҙөкләндереүҙә ҡатнаша, ололарға ярҙам итә, һәйкәлдәрҙе тәртиптә тота.
Фото: Администрация МР Краснокамскаий район РБ, Контента | Инфоповод
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!