Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған

Башҡортостанда һыуҙа бер ыңғай ике үлем осрағы теркәлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булғанБашҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған
Башҡортостанда 8 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған

Дүртөйлө районының Күсергес ауылы янында Ағиҙел йылғаһынан 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Ирле-ҡатынлы йыһазландырылмаған пляжда ял иткән һәм резина кәмәлә йөрөгән, әммә ул түңкәрелгән. Ҡатын ҡотҡарыу жилеты арҡаһында һыу өҫтөндә ҡала алған, ә уның ире батҡан. Кәмәлә ҡотҡарыу жилеттары булған, әммә ир уны кейеп өлгөрмәгән.

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Һаҡмар йылғаһында һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Бала өлкәндәрҙең күҙәтеүенән башҡа, һыу төшөү өсөн йыһазландырылмаған урында һыу ингән.

Ике ваҡиғаның да сәбәптәре асыҡлана, тикшереү органдары һәм полиция булған хәлдең барлыҡ деталдәрен тикшерә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып Башҡортостанда 31 кеше, шул иҫәптән дүрт бала һыуға батып үлгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас