Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе уҙасаҡ

Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабында 270 тән ашыу эш биреүсе ҡатнашасаҡ. 

Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе уҙасаҡБөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе уҙасаҡ
Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе уҙасаҡ

270-тән ашыу эш биреүсе «ПРОФФЕСТ. Рәсәй Эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабында 2000 яҡын вакансия тәҡдим итәсәк. «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә карьера ваҡиғаһы 25-26 июндә бөтә ил буйынса йәштәр көнө алдынан уҙа. Башҡортостанда ул республика ҡалаларында һәм райондарында 67 майҙансыҡта үтәсәк.
Сарала төп ҡатнашыусылар — «Башнефть» компанияһы һәм уның бүлексәләре, «Полиэф», «Гидравлика», «Өфө агрегат производство берекмәһе», «Газпромнефть‑Энергосистема», Мәскәү университеты «Синергия», Рәсәй Гвардияһының Өфө ҡалаһы буйынса ведомствонан тыш һаҡ Идаралығы һәм башҡа эре эш биреүселәр.
Компания вәкилдәре эш хаҡы кимәле һәм социаль программалар, һөнәри үҫеш мөмкинлектәре, стажировкалар, остазлыҡ программалары тураһында һөйләйәсәк һәм ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк. Теләһәгеҙ, йәрминкәлә үк әңгәмә үтергә һәм эш тураһында тәҡдим алырға мөмкин.
— Бөтә рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе – студенттар өсөн ышаныслы старт. Былтыр Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең ике этабы йомғаҡтары буйынса 3 меңдән ашыу кеше Башҡортостан компанияларында эш тапты, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге директоры Ридан Әхйәмов.
Өфөлә «ПРОФФЕСТ. Рәсәй Эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» 2026 йылдың 26 июнендә Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 49/1 адресы буйынса урынлашҡан “Арт‑квадрат”та үтәсәк. Йәрминкә 10:00 сәғәттә башлана.
Башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең адрестарын «Рәсәй Эше» кадрҙар үҙәгендә асыҡларға мөмкин: https://rczn.bashkortostan.ru/about/filial/

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас