Уларҙың ҡулында — кеше ғүмерҙәре

БР Хөкүмәте Премьер-министры  Андрей Назров медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уларҙың ҡулында — кеше ғүмерҙәреУларҙың ҡулында — кеше ғүмерҙәре
Уларҙың ҡулында — кеше ғүмерҙәре

 "Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәрен ҡотланым", — тип яҙа ул социаль селтәрҙәрҙә. —  Табиптарҙың, фельдшерҙарҙың, реаниматологтарҙың, шәфҡәт туташтарының ҡулын ҡыҫтым, 

был ҡулдарҙа – беҙҙең сәләмәтлек һәм ғүмеребеҙ. Уларҙың хеҙмәте фән менән тәрән кешелеклелек сигендә ята, күптәр бындай фиҙаҡәрлеккә әҙер түгел.

Статистика һандары артында – ҡотҡарылған ғүмерҙәр. 2025 йылда  дөйөм  үлем осрағы республикала  11,3 меңгә кәмегән, ә балалар үлеме  тарихи минимумға етте. Был – бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм эш һөҙөмтәһе.

Һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытабыҙ: поликлиникалар төҙөйбеҙ, дауаханаларҙы төҙөкләндерәбеҙ, ҡорамалдар һәм тарнспорт һатып алабыҙ.

Кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә яйға һалынған: «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға 338 белгес  йәлеп ителде.

Башҡортостандан тиҫтәләгән табип, фельдшер һәм шәфҡәт туташы махсус хәрби операция зонаһында  хеҙмәт итә. Был үҙе  юғары профессионализм һәм ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө".

Фото: социаль селтәрҙәрҙән. 

 

Уларҙың ҡулында — кеше ғүмерҙәре
Уларҙың ҡулында — кеше ғүмерҙәре
Автор:Сажиҙә Лотфуллина