Торатауға туристар ағыласаҡ

10 - 14 июндә Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында "Сәйәхәт ит!" алтынсы халыҡ-ара туризм форумы үтте. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Торатауға туристар ағыласаҡТоратауға туристар ағыласаҡ
Торатауға туристар ағыласаҡ

Был форумда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәләре лә ап-асыҡ күрһәтелде. Белеүегеҙсә, милли проекттың маҡсаты - 2030 йылға ил буйынса туристик сәфәрҙе 140 миллионға еткереү.

Ошо ҙур сарала "Торатау" геопаркы менән Төньяҡ Осетия-Аланияның туризмды үҫтереү фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Ике республика вәкилдәре үҙ төбәктәренең туристик потенциалын танытырға, тәжрибә уртаҡлашырға, эске туризмды үҫтереү буйынса бергә эшләргә килеште. Беҙҙекеләр Осетиялағы коллегаларына геопарктар төҙөү буйынса консультация ярҙамы күрһәтәсәк.

Фото: Аппарат Правительства Республики Башкортостан, Контента | Инфоповод

 

Автор:Алһыу Ишемғолова