

Бөгөн “Торатау” Конгрес-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеларының баш табиптарына 21 яңы автомобилдең асҡысын тапшырҙы.
Яңы техника һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынды. Автопаркты яңыртыуға республика бюджетынан 122 млн һум аҡса бүленде.
Радий Фәрит улы медицина хеҙмәткәрҙәренә кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә һәм водителдәренә айырым рәхмәт. Һеҙҙең эшегеҙ бик ауыр. Беҙ быны яҡшы аңлайбыҙ һәм баһалайбыҙ. Байрамға беҙ медицина учреждениеларына яңы автомобилдәр тапшырабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Артабан төбәк етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты һәм яңы техниканың мөмкинлектәре менән танышты. «ГАЗель Next» автомобилдәое санитар транспортҡа ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә.
Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан.