

Башҡортостанда бер көн эсендә дүрт бала саҡ батып үлмәгән. Был турала БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Бәләбәйҙә «Йырлаусы шишмәләр» паркындағы ҡала быуаһында 10 йәшлек малай саҡ батып үлмәгән. Шаһиттар баланы һыуҙан сығарып, табиптарға тапшырған. Хәҙер уның ғүмеренә хәүеф янамай.
Архангел районында Инйәр йылғаһында 8 һәм 12 йәшлек өс бала саҡ батмаған. Ял итеүселәр «Һыу инеү тыйыла» тигән билдәләр ҡуйылған, йыһазландырылмаған урында һыу ингән. Балаларҙы ағым алып киткәнен ата-әсәләре ваҡытында күреп ҡалып, уларҙы һыуҙан сығарған.