

– Һеҙгә ҙур рәхмәт. Талантлы, көслө, аҡыллы, изге күңелле булғанығыҙ өсөн. Бөтә республика исеменән һөйөү һәм хөрмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙҙең төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәре яҡынса 50 мең кеше. Башҡортостан халҡын күҙ уңында тотҡанда, был әллә ни күп тә түгел. Әммә тап һеҙ республика кешеләренең һаулығын билдәләйһегеҙ.
Республика етәксеһе медиктар иңенә еңел булмаған һынауҙар төшөүен билдәләне.
– Коронавирус пандемияһын һәр саҡ иҫкә алам, ул тотош һаулыҡ һаҡлау системаһының ныҡлығына һынау булды. Ул, ысынлап та, йылдар үткәс легенда итеп һөйләрлек ҡаһарманлыҡ осоро булды. Һәм беҙ ошо ауыр ваҡыттағы һеҙҙең батырлыҡты бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә ял итергә тура килмәне, махсус хәрби операция башланды. Махсус хәрби операцияла туранан-тура ҡатнашыусы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйткем килә. Улар беҙҙең егеттәрҙе дауалай, аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Был эште беҙгә артабан да дауам итергә тура киләсәк, сөнки МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы ошо йылдарҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытырға һәм бер аҙ яңыртырға тура килеүен билдәләне.
– Мәскәүҙә булғанда министрҙар, ғалимдар менән һөйләшкәндә һәр саҡ һеҙгә, беҙҙең медицинаға хөрмәт менән ҡарауҙарын тоям. Сөнки беҙҙең республикала көслө, берҙәм медиктар командаһы эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, беҙҙең төп бурыс – матди базаны артабан нығытыу.
Төбәк етәксеһе Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы командаһына, медицина вуздары һәм колледждары коллективтарына, йәш быуынға үҙенең баһалап бөтөкөһөҙ тәжрибәһен биреүсе тармаҡ ветерандарына рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан.