Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Башҡортостанда июнь айы ысынлап та ямғырлы булды. Яуым-төшөм көн һайын тиерлек күҙәтелә, ә ҡайһы бер саҡтарҙа төбәкте көслө ҡойма ямғырҙар ҡаплай. Һауа торошо ҡасан яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк? Синоптиктар ни ти?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ямғырҙар ҡасан туҡтар?Ямғырҙар ҡасан туҡтар?
Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

«Гисметео» фаразына ярашлы, алдағы өс аҙнала берҙән-бер ҡоро көн 24 июндә генә буласаҡ. Артабан 9 һәм 10 июлдә ямғырһыҙ көндәр булыуы көтөлә.

Был осорҙа аномаль эҫеләр булмаясаҡ. Һауа температураһы уңайлы ҡаласаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +23 менән +26 градус араһында тирбәләсәк, ә төнөн һауа температураһы +15-тән +20 градус буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова