Шок! «Башкирская домохозяйка» үгәй ҡыҙын илатҡан!

Миләүшә иренең тәүге никахынан булған ҡыҙын илатҡан, ҡыҙ бала ла, уның яҡындары ла  бындайҙы  көтмәгән.

Шок! «Башкирская домохозяйка» үгәй ҡыҙын илатҡан!Шок! «Башкирская домохозяйка» үгәй ҡыҙын илатҡан!
Шок! «Башкирская домохозяйка» үгәй ҡыҙын илатҡан!

 

Билдәле блогер Миләүшә Шәйхисламова («Башҡорт хужабикәһе») үҙенең яҙылыусылары менән ғаиләһендәге ҙур шатлыҡлы яңылыҡ уртаҡлашты. Ул иренең тәүге никахынан булған ҡыҙы Аделинаға Өфө ҡалаһынан фатир бүләк иткән. Был көтөлмәгән сюрпризды ҡыҙ ҙа, уның бөтә яҡындары ла тулҡынланып, шатлыҡ йәштәре менән ҡабул иткән.

Блогерҙың әйтеүенсә, социаль селтәрҙәрҙә уға йыш ҡына: «Ни өсөн үҙ ҡыҙығыҙға фатир алдығыҙ, ә үгәй ҡыҙығыҙға юҡ?» — тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәр. Был бүләге менән Миләүшә төрлө имеш-мимештәргә нөктә ҡуйҙы. Аделинаға ике бүлмәле өр-яңы фатир бүләк иткәндәр. Был торлаҡ бер нисә йыл элек үк һатып алынған булған, Миләүшә менән ире йорттоң төҙөлөп бөтөүен һәм асҡыстар тапшырылыуын көткән. Сюрприз тормошҡа ашһын өсөн, Миләүшә был турала алдан бер кемгә лә өндәшмәүҙәрен үтенгән. Был фатир ипотекаға алынған.

«Беҙҙән — фатир, ә әсәйеңдәр ремонт эшләргә ярҙам итер инде», — тине Миләүшә  үгәй ҡыҙына. Аделина ла быға ихлас ризалашты. «Миңә бер ҡасан да бындай ҙур бүләк яһағандары юҡ ине. Шатлыҡтан илайым», — тине ул һөйөнөсөн йәшермәй.

Афарин, Миләүшә! Йөрәк йылыһы ҡушып эшләнгән был игелекле эш башҡаларға ла өлгө булып тора. Яҡындарыңды ҡыуандырыу мөмкинлектәрең тағы да күберәк булһын!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас