Башҡортостанда ғаиләләргә, айырыуса балалы ғаиләләргә иғтибар ҙур. Бөтә ярҙам «Ғаилә» милли проектына ярашлы күрһәтелә. Тап ошо юҫыҡта 23 июндә РФ Социаль фондының Башҡортостан бүлексәләрендәге бөтә клиент хеҙмәтендә лә Берҙәм пособие көнө ойошторола. Ғаиләләрҙән мөрәжәғәттәр көтәләр.
Белеүегеҙсә, быйыл 1 июндән яңы ғаилә түләүе булдырылды. Беҙҙә 264 меңдән ашыу баланың ата-әсәһе берҙәм пособие ала.
Фонд белгестәре халыҡты ҡыҙыҡһындырға һорауҙарға мөмкин тиклем ентекле яуап бирәсәк.