

Республиканың ҡайһы бер райондарында дауыл үтәсәк. Көслө ел ваҡытында тышҡа сыҡмай тороу яҡшыраҡ. Иртәгә, 18 июндә, Башҡортостан биләмәһендә һауа торошоноң ҡырҡа насарайыуы көтөлә. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итте.
Көндөҙ республикала йәшенләп ямғыр яуыуы көтөлә, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем көсәйәсәк. Төнөн һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан арҡаһында күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк буласаҡ.