"Иремде генә алмаштырып булмаясаҡ"

«Башкирская домохозяйка» көтөлмәгән яңылыҡты хәбәр итте.

"Иремде генә алмаштырып булмаясаҡ""Иремде генә алмаштырып булмаясаҡ"
"Иремде генә алмаштырып булмаясаҡ"

 

Билдәле блогер – «Башҡорт хужабикәһе» «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» конференцияһында спикер булараҡ сығыш яһаны. Ул ни өсөн ябығырға ҡарар итеүе тураһында һөйләне.

Миләүшә Шәйхисламова тормошонда үҙгәрештәр теләүен, бөтәһе лә ошонан башланғанын таныны.

— Мин үҙгәрештәр теләнем һәм төрлө вариантты ҡарай башланым. Нисек фекер йөрөттөм тигәндә: иремде алыштырып булмай, ирем яҡшы, унан яҡшырағын барыбер тапмаясаҡмын, уны ҡалдырабыҙ. Һәм һуңынан шундай һығымтаға килдем: үҙгәрештәр булыуын теләһәң, ә тирә-яҡтағы бер нәмәне  лә үҙгәрткең килмәһә, үҙеңде үҙгәртергә кәрәк. Был уй башыма килде лә, үҙгәрә башланым.

Миләүшә Шәйхисламова артыҡ ауырлыҡтан ҡотолғас, яңы образына өйрәнеүе ауыр булғанын әйтте:

— Ауырлыҡты ташланым, ә күңелемдә барыбир тулы кәүҙәле булып ҡалдым. Мин был үҙгәрештәрҙе психологик яҡтан ҡабул итә алманым. Хатта аяҡ кейеме  бауҙарын бәйләргә тип эйелгәндә лә, башыма, хәҙер тағы ҡорһағым ҡамасаулар, тигән уй килә ине. Көҙгө эргәһенән үткәндә, әйләнеп ҡарай инем дә үҙемде танымай инем. Мин был хистәр менән бик ҡаты көрәштем, – ти блогер.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас