

Былтыр беҙҙә 2,6 миллион ҡунаҡ булып киткән. Был күрһәткес, 2024 йыл менән сағыштырғанда, 8,2 процентҡа юғарыраҡ.
БР туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Светлана Верещагина әйтеүенсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында Татарстан, Түбәнге Новгород, Һамар өлкәһенән генә ҡалыша, ә быйыл өсөнсө урынға сыҡҡан.
Әлеге һөҙөмтә менән Радий Хәбиров та ҡәнәғәт. Ул эске туризмға ҡыҙыҡһыныу шарттарында туристарҙы республикаға йәлеп итергә тырышырға кәрәклеген белдерҙе.
Фото: автор фотоһы (архивтан, Мораҙым тарлауығы)