Мәйетте айыу йолҡҡолап бөткән

Турист кәмә менән ағып төшкәндә мәйеткә юлыҡҡан.

Мәйетте айыу йолҡҡолап бөткәнМәйетте айыу йолҡҡолап бөткән
Мәйетте айыу йолҡҡолап бөткән

Сәйәхәтсе Бен Әмирханов Энәк йылғаһы буйлап аҡҡанда мәйеткә юлыҡҡан. Төркөм Достапели ауылынан Ҡыҙылташҡа тиклем кәмәләрҙә төшкән. Улар урманлыҡта айыу эҙҙәре уратып алған сумкалы мәйет таба. Кеше ҡалдыҡтары йәнлектәр тарафынан ныҡ зыян күргән: баш һөйәге йәнселгән, ҡабырғалары ашалған булған. Блогер быны урындағы йәш кешелер тип фаразлаған.Ҡайтҡас, сәйәхәтселәр был турала полицияға хәбәр иткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар һәләк булған кешенең декабрҙә юғалған 38 йәшлек ир булыуын асыҡлаған. Ошонан бер аҙна элек кәмә менән төшә башлаған урында уның машинаһын тапҡан булғандар.Үлем сәбәптәре һәм уның ҡыш көнө унда нисек барып сығыуы һаман да сер булып ҡала.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас