

БР хеҙмәт инспекцияһы Стәрлетамаҡта 49 йәшлек токарь зыян күргән бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе тамамланы. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Инцидент былтыр 19 ноябрҙә булған. Производство цехында эшсе токарь-винторез станогында деталдәрҙе эшкәртеүгә тотона. Ниндәйҙер мәлдә ул һыуытыу шыйыҡсаһы биреү өсөн станогтың көйләнмәгәнен асыҡлай. Быны эш барышында төҙәтергә ҡарар итеп, токарь ҡулын яңлыш эшләүсе механизмға индереп ебәрә. Уның ҡысҡырыуына хеҙмәттәштәре йүгереп килә, улар зыян күреүсегә ярҙам итә. «Ашығыс ярҙам» машинаһы эшсене ауыр йәрәхәт менән Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһына оҙата.
Дәүләт Хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина аңлатыуынса, хеҙмәткәр токарь-винторезка станогында эшләгәндә хәүефһеҙлек инструкцияһын боҙған. Бәхетһеҙ осраҡтың төп сәбәбе булып хеҙмәткәрҙең иҫерек килеш эшкә килеүе тора. Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырылған.